Башҡортостанда ике агрокласс асылды

Ул “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырылды. Был маҡсатта 7 миллион һум аҡса йүнәлтелде. Нуриман районының Байгилде ауылы лицейы базаһында “Агротехнология”, “Генетика һәм селекция” йүнәлештәре буйынса уҡытыла. Бүздәк ауылының 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбендә “Агроинженерия”ға баҫым яһала. Яңы кластарҙа 160 уҡыусы белем ала. Республикала 2030 йылға тиклем 400-гә яҡын агрокласс булдырыу ҡарала.