Республикала "Башҡорт аты” фестивалендә яңы фильм менән таныштырыу була

“Башҡорт аты- Башҡортостан бренды” документаль фильмының ҡыҫҡа варианты күрһәтелә. Кинокартинала төбәктә йылҡысылыҡтың үҫеше сағылдырыла. Фильмда был тармаҡ менән шөғөлләнеүселәр, ғаилимдар, ҡымыҙ бешеүселәр, тире эшкәртеү оҫталары, ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр, ат спортын үҙ итеүселәр ҡатнаша. "Башҡорт аты” фестивале 6 сентябрҙә Баймаҡ районының Граф күле буйында ойошторола. Проект Республика Башлығы грантына тормошҡа ашырыла.