Был мәғлүмәттәрҙе Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иғлан итте. Йыл башынан 60 кеше һыу ҡорбаны булған. 304 кеше ҡотҡарылған. Күңелһеҙ осраҡтарҙың күпселеге рәхсәт ителмәгән урындарҙа һыу инеүгә, балаларҙы һыуҙа ҡарауһыҙ ҡалдырыуға һәм эскән килеш һыу төшөүгә бәйле. Һыу ҡорбандарының 71 проценты ир-егеттәр тип хәбәр итә ҡотҡарыусылар.