Ошо уңайҙан «Өфө-Арена» алдындағы майҙанда тантаналы митинг уҙҙы. Яугирҙарға Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов мөрәжәғәт итеп, уларҙың Рәсәйҙең хәрби дан көнө-милитаристик Японияны еңеү һәм 2-се донъя һуғышы тамамланған көндә юлға сығыуын тәрән мәғәнәгә эйә булыуын билдәләне. Ирек Сәғитовты яугирҙарың тиҙерәк иҫән-һау еңеү менән ҡайтыуҙарын теләне, республиканың уларға артабан да һәр яҡлап ярҙам итәсәген белдерҙе.
Әлеге ваҡытта махсус хәрби операция биләмәһендә меңдәрсә яҡташыбыҙ хәрби бурысын намыҫ менән үтәй. «Химик» ҡушаматлы яугирҙың Украина нацистарына ҡаршы яуға баҫыуына тиҙҙән өс йыл тула. Отпускыһын яугир туғандары һәм ғаиләһе менән үткәргән. Алыҫ юлға сығыр алдынан ул тыуған яҡ йылыһы еңеүгә дәрт-көс өҫтәне тип белдерә.