Радий Хәбиров тәүге мобиль реабилитация комплексын ҡараны

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров терәк-хәрәкәт аппараты эшмәкәрлеге боҙолған кешеләргә тәғәйенләнгән мобиль реабилитация комплексын ҡараны. Тәүге күсмә модуль Президент гранты фонды аҡсаһына 2024 йылдың ноябрендә етештерелгән. Ошо ваҡыт эсендә ике йөҙҙән ашыу пациентҡа, шул иҫәптән махсус хәрби операция ветерандарына һауыҡтырыу-реабилитация хеҙмәттәре күрһәтелгән. Республика кимәлендә был комплекс мөмкинлектәрен тәүгеләрҙән булып Шишмә районында йәшәүселәр һынап ҡараған. Төбәк етәксеһе иғтибарына шулай уҡ күп маҡсатлы гидрореактив катер ҙа тәҡдим ителде. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Мобиль реабилитация комплексына инвалид коляскаһында күтәрелергә мөмкин. Шишмә районынан Азамат Әблүҙин Башҡортостанда тәүгеләрҙән булып терәк-хәрәкәт аппараты сирҙәрен дауалауҙа ҡулланылған тренажерҙарҙы һынап ҡараны. Йыл ярым элек производствола йәрәхәтләнеп, умыртҡа һөйәген һындырған ир бөгөн реабилитация сараларына мохтаж булыуын билдәләй. Ул мобиль комплекстарға ихтыяж юғары тигән ҡарашта.

Мобиль реабилитация комплексы мөмкинлектәре менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та танышты. 20 квадрат метр майҙанлыҡ күсмә модуль атлау функцияларын һәм хәрәкәт итеү координацияһын тергеҙеү өсөн тәғәйенләнгән тренажерҙар менән тәьмин ителгән. Көн һайын ул ике тиҫтәнән ашыу кешене хеҙмәтләндерә ала.

Реабилитация ҡорамалдары «Мин булдырам» коммерция булмаған ойошма рәйесе Марат Ильясов һыҙмалары буйынса Белорет һәм Октябрьский ҡалаларындағы предприятиеларҙа етештерелгән. Киләсәктә ошондай мобиль комплекстарҙы йыйыу һәм хеҙмәтләндереүҙе республика кимәлендә лә ойоштороу планлаштырылған.

Компанияның төрлө тәғәйенләнештәге мобиль трейлерҙар етештереү буйынса проекты быйыл 2025 йылдың ғинуарында үткән «Инвестиция сәғәте»ндә лә ҡаралғайны. Башҡортостан башлығы ошондай комплекстарҙың мөһимлеген, махсус хәрби операция ветерандары реабилитацияһында ҡулланыу мөмкинлеген билдәләне. Радий Хәбиров предприятие вәкилдәрен республиканың инвестиция комитеты ултырышына саҡырҙы. Проектты медицина белгестәр лә баһалай аласаҡ, унан һуң берҙәм эш тураһында тәҡдимдәр индереләсәк.

Башҡортостан башлығы «РД-800» күп маҡсатлы катер өлгөһө менән дә танышты. Ул Башҡортостандың диңгеҙселәр йыйылышы менән берлектә Рәсәйҙең хәрби-диңгеҙ флотының техник заданиеһы буйынса эшләнгән.

Республика биләмәһендә етештерелгән техника Рәсәй оборона министрлығы ихтыяжында уңышлы ҡулланыла башлаған.

Гөлназ Хәйбуллина