Барлыҡ инстанцияларҙа ла ғәҙеллеккә ирешеп, тикшереүгә ғәйепһеҙ булыу тураһында аныҡ дәлилдәр килтереләсәк. Адвокат Рәсим Ғарифуллин «Башспирт» ационерҙар йәмғиәте генераль директоры Рәиф Әбдрәхимовтың вазифа вәкәләттәрен арттырыуҙа ғәйепләнеүе бер ниндәй логикаға ла тура килмәүен һәм аңлайышһыҙ булыуын билдәләне.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, тәфтишселәр версияһы буйынса, Рәиф Әбдрәхимов 2022 йылдың авгусында компания етәксеһе булараҡ тәғәйенләнгәндән һуң, ике торлаҡ булмаған бина-Өфөләге мәҙәни мираҫ объекттарын ҡуртымға алыу буйынса иҡтисади яҡтан отошһоҙ булған килешеүҙәрҙе өҙмәгән. Быға тиклем уларҙы ойошманың элеккә етәкселеге төҙөгән булған. Адвокат билдәләүенсә, Рәиф Әбдрәхимов эш башлағанда, компанияның һалым түләүҙәре буйынса 440 миллион һум бурысы булған, зыян күләме-180 миллион һум тәшкил иткән. Банктар кредиттарҙы ҡайтарыу менән янаған. Был, тәү сиратта, предприятиены бөлгөнлөккә килтерер ине. Ҡуртымға алынған биналарҙан баш тартыу былай ҙа ауыр финанс хәлдә булған компанияға тағы ла ҙурыраҡ юғалтыуҙар килтерер ине.
Уҙған оператив кәңәшмәлә республика башлығы Радий Хәбиров та ҡулға алынған «Башспирт» акционерҙар йәмғиәте директоры Рәиф Әбдәхимовҡа ҡарата яҡлау һүҙе менән сығыш яһаны. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, Рәиф Рамаҙан улы банкрот хәленә еткән компанияны тәртипкә килтереүгә, уны үҫтереүгә тос өлөш индерҙе. Предприятие һуңғы өс йылда етди иҡтисади күрһәткестәргә иреште. «Башспирт» йәмғиәте Рәсәйҙә иң яҡшы биш предприятие иҫәбенә инә. Етештерелгән продукция алыҫ һәм яҡын сит илдәргә оҙатыла, инвесторҙар производствоны яңыртыуға ла айырым иғтибар бүлә.