Заманса шарттарҙа белем һәм һаулыҡ: Буранғол ауылында социаль объекттар сафҡа индерелде

Белем алыуға заманса шарттар. Капиталь ремонттан һуң Әбйәлил районы Буранғол ауылында интернат, балалар баҡсаһы, табип амбулатрияһы файҙаланыуға тапшырылды. Инвестор, яуаплылығы сикләнгән «Салауат» йәмғиәте ярҙамында асылған социаль обьекттар хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.

Буранғол мәктәп-интернаты файҙаланыуға тапшырылыуы-олоһо-кесеһе өсөн ҡыуаныслы ваҡиға. Бында заманса йәшәү шарттары, спорт менән шөғөлләнеү, төрлө һөнәрҙәргә өйрәнеү өсөн кабинеттары булған интернат, яңыртылған табип амбулаторияһы асылды. Был социаль объекттар инвестор «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ярҙамында тормошҡа ашырылды.

Подрядсылар Буранғол мәктәп- интернатын капиталь ремонтлауға 6 июндә тотонғайны. Ике айҙан ашыу ваҡыт эсендә 1100 квадрат метрҙан ашыу майҙанда күләмле эш башҡарылған.

Уҡыусылар һәм уҡытыусылар яңы уҡыу йылын өр-яңы шарттарҙа, заман талаптарына яуап биргән бинала башлай. Бындай шарттар хаҡында ҡасандыр улар хыял итә генә алһа, хәҙер ул ысынбарлыҡҡа әүерелде, ти мәғариф алдынғыһы Хәҙисә Хилалова

Ошонда матур, яңыртылған интернатты күреү ысынлап та тарихи ваҡиға. Инвестор Салауат компанияһына ихлас күңелдән рәхмәт белдерәбеҙ. Иҫәнлект-һаулыҡта артабан да ошолай районды күтәреүҙә тырышып эшләһендәр.

Хәҙисә Хилалова, Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы, хеҙмәт ветераны

Ирек Аҡмырҙин улы Альбертҡа яңы уҡыу йылына изге теләктәрен еткерә. Атай улы өсөн борсолмаясаҡ. Сөнки уның улы ла башҡа тиҫтерҙәре кеүек яңы уҡыу йылынан уңалы шарттарҙа белем аласаҡ.

Мин Юлдаш ауылынан. Беренсе тапҡыр бында килдем. Комнаталар, ашхана ла, интернат та бик оҡшаны.

Альберт Аҡмырҙин, Буранғол мәктәбе уҡыусыһы

Йылы, яҡты бүлмәләр, ашхана, йыуыныу зонаһы. Бөтәһе лә заманса һәм яңы. Былтыр һыуыҡ ятаҡта уҡып белем алған Рәмзис Төхбәтов та интернатта ҙур үҙгәрештәр булыуына шат.

Былтыр бүлмәләр һыуыҡ булды, шарттар юҡ ине, быйыл бигерәк матур, дивандар, постель яңы. Уҙған быуатта интерантта бөтә эштәр ҡул көсө ярҙамында үтәлгән. Ә хәҙер хеҙмәткәрҙәр заманса шарттарҙа эшләйәсәк.

Эльвира Төхбәтова, Рәмзис Төхбәтовтың әсәһе

Мөхәмәтова Фәхирә апай 120 баланың постелен өйөндә йыуҙы. Хәҙерге шарттар әкиәт кеүек. Мин кастелянша ла булдым, икмәк тә бешерҙем.

Кәримә Сабитова, Буранғол ауылында йәшәүсе

Ашнаҡсылар ҙа яңы блокта,заманса ҡорамалдар ярҙамында малай-ҡыҙҙарға тәмлекәстәр бешерәсәк. Өҫтәлдәрҙә һәр ваҡыт ҡайнар аш һәм витаминлы аҙыҡ буласаҡ.Компания интернатта капиталь ремонт уҙғарыуға 101 миллион һумлыҡ матди сығымдар бүлде. Уларҙың 33 миллионын балалар баҡсаһын һәм медицина блоктарын модернизациялауға йүнәлтте. Буранғол ауылы халҡы үтенесе буйынса интернат ҡыйығы аҫтында мәктәпкәсә учреждение эшләйәсәк. Ул 15 балаға иҫәпләнгән.

Модернизацияланғандан һуң Буранғол табип амбулаторияһында медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн шарттар баш ҡала клиникаларынан һис кәм түгел. Бындағы уңайлыҡтарҙы тәүге пациенттар, ата-әсәләр һәм балалар һанап ҡараны.

Бындай клиникалар Өфөләлә юҡтыр.Башта емереп ташлағас төҙәтеп өлгөгөрөҙәрме юҡмы тип уйланғайныҡ. Килеп индек ысынлап та ап-паҡ, бөтә йыһаздар һәм ҡормалдар яңы.

Гөлсөм Баязитова, Буранғол ауылы табип амбулаторияһы акушеры

Инвестор, «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте район үҫеше өсөн тос өлөш индерә. Компания киләсәк быуындарға уҡыу өсөн уңайлы шарттар булдырыуға йүнәлтелгән социаль проекттарға өҫтөнлөк бирә.

Мин иң бәхетле кеше. Бындай ҙур эштәрҙе башҡарып сыҡтыҡ. Әйткән һүҙебеҙҙә торҙоҡ. Беҙ һүҙебеҙҙә тора торған предприятие.

Таһир Бәхтигәрәев, «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе

Подрядсы ойошма тарфынан ике спорт һәм бейеү залдары, ашхана, медицина блогы, музей һәм хеҙмәт кабинеттары йыһазландырылған. Инвестор, яңы шарттарҙа балалар тырышып белем алыр, спортта ла ҙур һөҙөмтәләргә ирешер тигән ышаныста ҡала.

Инвестор «Салауат» яуаплылығы йәмғиәте ярҙамында яңыртылған интернат бинаһында бер юлы өс мөһим учреждение: ятаҡ, балалар баҡсаһы, табип амбулаторияһы асылды. Социаль өлкәне ҡайғыртыусы предприятие киләсәктә лә халыҡ мәефәғәттәрен өйәрнеп, яңы пректтарға тотонмаҡсы.

Гүзәл Борханова