Өфөлә хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн махсус үҙәк булдырылған. Унда юридик, гражданлыҡ-хоҡуҡи һәм дәүләт ярҙамы саралары буйынса мөрәжәғәт итергә була. Үҙәк етәксеһе Эльза Ғәтиәтуллина белдереүенсә, быйылдан алып министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре менән осрашыу алып барыла. Бөгөнгә был йүнәлештә 20-нән ашыу ҡабул итеү ойошторолған, 700-ҙән ашыу консультация күрһәтелгән.