Республика Башлығы “Мобитрак” реабилитация комплексы мөмкинлектәрен баһаланы

Тәүге күсмә  модуль Президент гранты фонды ярҙамында 2024 йылдың ноябрендә етештерелгән. Ошо осорҙа ике йөҙҙән ашыу пациентҡа, шул иҫәптән махсус хәрби операция ветерандарына һауыҡтырыу-реабилитация хеҙмәте күрһәтелгән. Комплекста хәрәкәт итеү мөмкинлеген тергеҙеү өсөн тренажерҙар урынлаштырылған. Ул көнөнә 25-тән ашыу кешене хеҙмәтләндерә ала.