Башҡортостан аграрийҙары иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар сәселгән майҙандарҙың 45 процентын йыйып алған

Республикала урып-йыйыу кампанияһы дауам итә. Ауыл эшсәндәренә ямғыр һәм тупраҡтың артыҡ дымланыуы ҡатмарлыҡ тыуҙыра. Хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре баҫыуҙарҙан уңышты мөмкин тиклем тиҙерәк йыйып алырға һәм иген киптереү комплекстарына ебәрергә тырыша. Уларҙың береһе Дәүләкән районында урынлашҡан. Ғаяз Ғабдрахмановтың крәҫтиән-фермер хужалығында яңы завод ике йыл элек сафҡа инә. Уны төҙөү өсөн «кооперативтарҙың матди-техник базаһын үҫтереү» программаһына ярашлы дәүләттән 22 миллион һум аҡса бүленгән. Заводтың төп үҙенсәлеге-игенде тейәү, эшкәртеү һәм киптереү комплекстарының бер бинала урынлашыуы.