Баймаҡта яугир балаларына мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам иттеләр

Яугир балаларына-бүләк. Баймаҡ районында хәрби хәрәкәттәр ветерандары һәләк булған иптәштәренең балаларына мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам итте. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Рүзилә Ғүмәрова әҙерләгән яҙмала.

Баймаҡ районының «Беҙ бергә», «Хәрби туғанлыҡ» ойошмаһы, «Ватанды һаҡлаусылар» фонды һәм «Һаҡлаусы фәрештә» ирекмәндәр штабы үҙенсәлекле акция ойошторҙо. Улар берҙәм көс менән махсус хәрби операцияла һәләк булып ҡалған ғаиләләрҙең беренсе класҡа уҡыуға барасаҡ балаларына бүләктәр тапшырҙы.

Махсус операцияла һәм башҡа локаль бәрелештәрҙә ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү-беҙҙең һаҡсыларға рәхмәт күрһәтеү ул. Битараф булмаған кешеләр ярҙамы менән дәфтәрҙәр, сағыу пеналдар, канцелярия тауарҙары, тәмлекәстәр һалынған мәктәп сумкаларын ун бер уҡыусы алып һөйөндө.

Рүзилә Ғүмәрова