Иглин районында махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан «Добрый» ҡушаматлы яугир ауылдың ирекмәндәр штабы ағзалары һәм агроколледж студенттары менән осрашты.
Урман ауылында тыуып үҫкән яугир былтыр Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, Курск өлкәһенә штурмлау бригадаһының хәрби тәьминәт командаһына юлланған. Ике тапҡыр яраланған. Ирекмәндәр үҙәгендә яугир өсөн маскировка селтәрҙәре һәм башҡа һаҡланыу саралары етештергән цехтар, штаб музейы буйлап экскурсия ойошторолдо. «Добрый» үҙәктә әҙерләнгән дронға ҡаршы пончо менән яралыларҙы ташыу өсөн носилкаларҙы һәйбәт баһалап, уларҙың яуҙа айырыуса кәрәк булыуын билдәләне. Ирекмәндәр махсус хәрби операция биләмәһенә даими рәүештә гуманитар ярҙам әҙерләүҙәре тураһында һөйләне, һалдат өҫтәле өсөн продукция менән таныштырҙы. «Добрый» яугирҙарҙың көндәлек тормошо тураһында бәйән итте, тыл ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе.