Күләмле реконструкция парк биләмәһенең тарихи өлөшөн һаҡлап, тулыһынса тиерлек яңыртыуҙы күҙ уңында тота. Быйыл майҙа башланған эш дауам итәсәк. Парк биләмәһе ҙур төҙөлөш майҙанын хәтерләтә. Әлеге мәлдә биләмәнең йәшеллек фонды яңыртыла.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Ленин паркы «уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты сиктәрендә төҙөкләндерелгән мәҙәни мираҫ объекты. Бында заманса инженер селтәрҙәре ҡорола, яҡтыртыу бағаналары ултыртыла, юл япмаһы яңыртыла. Балалар өсөн уйын майҙансығы, туристик павильон һәм тиҙ туҡланыу нөктәләре барлыҡҡа киләсәк. Паркты асыу 2026 йылға Республика көнөнә планлаштырылған.