Уны «Тарихи хәтер» партия проекты буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Исламетдин Мәмбәтов ойошторҙо. Бала сағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килгән быуынға арналған күргәҙмәлә илде һәм республиканы тергеҙеүгә өлөш индергән замандаштарҙы күрергә мөмкин. Фотоһүрәттәрҙе геройҙарҙың шәхси тарихтары, үҙҙәренең тормошо һәм хеҙмәт юлы тураһындағы яҙмалар тулыландыра. Экспозиция менән 15 сентябргә тиклем танышырға мөмкин.