Унда Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы башланды. Бөгөн ҡаланың 70 йыллығы билдәләнә. Халыҡты тәбрик итергә килгән артистар араһында популяр төркөм дә бар. Улар “Сибай: 70 йыл һәр кемдең йөрәгендә” тигән тамашала ҡатнаша. Мәҙәни программа көндөҙгө сәғәт 12-нән киске 11-гә тиклем дауам итә. Унда балалар коллективтары, бейеү ансамблдәре, эстрада йырсылары сығыш яһай.