Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Борай районында - өс һәм Тәтешле районында бер участка тәртипкә килтерелде. "Тормош өсөн инфраструктура" милли проекты буйынса бөтәһе 13 километр төҙөкләндерелде. -Был юл Башҡортостан һәм Пермь крайын тоташтыра. Көн һайын унан 3 меңдән ашыу машина үтә, - тип белдерәләр ведомствонан.