Сибайҙа «Инвестиция һабантуйы» асылды. Күләмле иҡтисади проекттарға нигеҙ һалған сара етенсе тапҡыр меңдәрсә кешене берләштерҙе. Форумда Рәсәйҙең тиҫтәнән ашыу төбәге, Кувейт, Иран, Көньяҡ Африка, Ҡытай, Төркиә, Берләшкән ғәрәп әмирлектәре, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан делегациялары ҡатнаша. «Урал аръяғы» инвестиция һабантуйының быйыл төп темаһы-Рәсәйҙә яңы иҡтисади үҫеш үҙәктәре. БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким репортажы.
Сибайҙа асылған «Инвестиция һабантуйы» республика бизнес -шерифтарының иң яҡшы проекттарын берләштерҙе. Муниципалитеттарға инвестициялар йәлеп итеү, дәүләт органдарында эшҡыуарҙарҙың ҡағыҙ эшен еңелләштереү, ярҙам сараларын юллау бизнес -шерифтар яуаплылығында. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме буйынса биш йыл элек ойошторолған институт бөгөн яҡшы иҡтисади күрһәткестәргә иреште. Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре буйынса 24 меңдән ашыу проект тормошҡа ашырылған.
«Урал аръяғы» инвестиция һабантуйының төп темаһы Рәсәйҙә яңы иҡтисади үҫеш үҙәктәренә бағышланған. «Тормош өсөн инфраструктура» милли проектына ярашлы, 2036 йылға тораҡ пункттарҙа йәшәү мөхите сифаты 30% ҡа яҡшырырға тейеш. Был маҡсат өсөн социаль, торлаҡ-коммуналь һәм транспорт инфраструктураһын камиллаштырыу күҙ уңында тотола.
Форум сиктәрендә туризм, экология, ҡаҙылма байлыҡтарҙы һаҡлау һорауҙарына ла иғтибар бүленә. Сарала ҡабул ителгән тәүге килешеүҙәргә ярашлы, Сибайҙа «гәрәбә бүлмәһе» альтернативаһы төҙөләсәк.Гәрәбә ташы бүлмәһе Урал аръяғына туристар йәлеп иткән уникаль тарихи-мәҙәни майҙансыҡҡа әйләнер тип күҙаллана.
Флорида Ким