Синоптиктар көслө ел сығыуы, ҡойма ямғыр яуыуы, томан төшөүе тураһында иҫкәртә

Синоптиктар көслө ел сығыуы, ҡойма ямғыр яуыуы, томан төшөүе тураһында иҫкәртә. Көйһөҙләнгән һауа торошо Башҡортостанда бер тәүлек тирәһе күҙәтеләсәк. Атап әйткәндә, бөгөн киске сәғәт 8-ҙәр тирәһенән иртәге ошо ваҡытҡа тиклем урыны менән ямғыр яуыуы, күк күкрәүе ихтимал. Ел төньяҡ-көнсығыштан, йүнәлешен үҙгәртеүсән. һауа температураһы көндөҙ 11, 16, төндә 21, 26 градус тирәһе йылы күрһәтә. Юлдарҙың айырым өлөшөндә күреү мөмкинлеге сикләнә. Быға бәйле төнгө сәғәттәрҙә автоһәүәҫкәрҙәргә тиҙлекте арттырмаҫҡа кәңәш ителә.