Сәхнә уттарынан яу утына: «Шамсик» тарихы

Хәҙер ул бейемәй, әммә башҡаларҙы бейетә ала. Дошмандар ҙа хәҙер беҙҙең көйгә баҫа, ти элекке Сибай театр-концерт берекмәһе бейеүсеһе, хәҙерге «Шамсик» ҡушаматлы яугир. 90 -сы танк дивизияһының 428-се полкы мотоуҡсылар батальонында хеҙмәт итеүсе кесе лейтенант һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы менән Айнур Кәбиров осрашты.

Гастролдәр маршрутын хәҙер инде өс йыл хәрби бәрелештәр юлы дауам итә. Костюмдар ҙа сәхнәнеке кеүек сағыу түгел һәм бар сығышҡа ла бер төрлө. Үҙе лә ул күптәнән бейемәй. Ләкин бейетә ала. Ни тиһәң дә элекке артист хәҙер инде подразделениеның сәйәси эштәр буйынса командир урынбаҫары. Һөнәри тәжрибә хәрби эштә лә ныҡ ярҙам итә, ти ул.

«Шамсик» тип хәрби ҡушамат алған бейеүсе Сибай театр-концерт берекмәһенән бер төркөм ижадташ дуҫтары менән бергә мобилизацияланғайны. Уларҙың махсус хәрби операцияға китеүе лә бар илде хайран ҡалдырҙы.

Юғары кимәл алғас юғалып ҡалырға беҙҙең хоҡуҡ юҡ, ти «Шамсик». Сөнки уларҙың яҙмышын бар республика халҡы күҙәтә. Яҡташтарыбыҙ хәрби хәрәкәттәр театрында ла һынатмай һәм төп ролдәрҙе башҡара. Әлбиттә һуғыш шарттарында ла йырһыҙ, бейеүһеҙ мөмкин түгел, ти ил һаҡсылары.

Башлыса Башҡортостан егеттәренән торған полкта тамашасылар ҙа етәрлек, ти артистарыбыҙ. Хәйер, моң өсөн тәржемәсе кәрәкмәй. Хәҙер бында рустар ҙа башҡорт телен өйрәнә башлаған. Йырҙарҙы аңлау өсөн генә түгел, хәрби эштә лә ҡулланыу маҡсатында.

Шамсик иһә туған ансамле сафына яңынан баҫырмы юҡмы, ҡапыл ғына әйтә алмай. Тәүҙә дошманды еңеп ҡайтырға кәрәк, һуңынан ғына тамашасы күңелен, яңы сәхнәләр яулау тураһында уйларға мөмкин ти, ул. Кем белә, бәлки оҙаҡламай хәрби бәрелештәр юлын йәнә гастролдәр маршруты дауам итер.

Айнур Кәбиров