Башҡортостан йәмәғәтселеге Рәшит Баҙыҡовты һуңғы юлға оҙатты

Башҡортостан йәмәғәтселеге Өфөнөң Почетлы гражданы, билдәле торакаль хирург-онколог, Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре докторы Рәшит Баҙыҡовты һуңғы юлға оҙатты. Рәшит Баҙыҡов Республика онкология хеҙмәтен булдырыу башында тора. Ул етәкләгән бүлексә онкология ярҙамы күрһәтеү буйынса алдынғыларҙың береһе була, ә меңәрләгән кеше һауығып аяҡҡа баҫа.

Рәшит Баҙыҡов 1932 йылдың 20 июлендә Саҡмағош районы Митро-Әйүп ауылында доъяға килә. Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай. Хеҙмәт юлын Туймазы районы Ҡандра ауылы участка дауаханаһында хирург булып башлай. Һуңынан Башҡорт дәүләт медицина институтының дөйөм хирургия кафедраһында клиник ординатурала белем ала, артабан республика онкология диспансерына хирург-онколог итеп тәғәйенләнә. Был өлкәлә ул ярты быуаттан ашыу хеҙмәт итә.

46 йыл буйы ул торакаль онкология бүлеге мөдире вазифаһында эшләй. Башҡортостанда юғары категориялы хирург-онколог квалификацияһы ла Рәшит Ғәзиз улына иң тәүгеләрҙән булып бирелә. 82 йәшенә тиклем ул ҡатмарлы операциялар эшләй. Коллегалары Рәшит Баҙыҡовты ауыр, яман сирҙән меңәрләгән ҡотҡарылған ғүмерҙәр өсөн көрәшеүсе табип-хирург һәм изге күңелле кеше булараҡ хәтерләй.

Өфөнөң Почетлы гражданины, Рәшит Баҙыҡов тормош иптәше Дилара Ғабдулла ҡыҙы менән 68 йыл бергә татыу ғүмер юлы үтә, табиптар династияһына нигеҙ һала. Ҡыҙҙары Гүзәл 13-сө дауаханала эшләһә, улдары Руслан атаһының эшен дауам итә.

Рәшит Баҙыҡов 58 йыл ғүмерен һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә арнай, 13 меңдән ашыу операция яһай. Биографияһы халыҡ-ара «Персона Грата»энциклопедияһына индерелә, ул алтын скальпель эйәһе лә. 1966 йылдан Рәшит Ғәзиз улы дөйөм онкологияның хирургия бүлеген етәкләй, төрлө локализациялы шеш менән сирләгән пациенттарға хирургик ярҙам күрһәтә. Һуңынан Рәшит Баҙыҡов тәҡдиме менән торакаль онкология бүлеге ойошторола. Рәшит Ғәзиз улы етәкселегендәге бүлексә донъя медицинаһының һуңғы ҡаҙаныштарына таянып эшләй, халыҡҡа онкологик ярҙам күрһәтеү буйынса алдынғы урынды биләй.Замандаштары өсөн ул моң яратыусы, ярҙамсыл, ихлас кеше, оло йөрәкле шәхес булараҡ ҡәҙерле һәм яҡын..

Өфөнөң Почетлы гражданы, билдәле торакаль-хирург-онколог,Башҡортостандың, Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре докторы Рәшит Баҙыҡов Өфөнөң Көньяҡ зыяратының «Дан аллея» һында ерләнде.