Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров видеобәйләнеш режимында Тәбәктәр үҫеше буйынса Хөкүмәт комиссияһы президиумы эшендә ҡатнашты. Кәңәшмәгә Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин рәйеслек итте. Көн тәртибендә төбәктәрҙең коммуналь инфраструктура объекттарын төҙөү-шул иҫәптән Өфө аръяғын һыу селтәрҙәре менән тәьмин итеү өсөн казначей кредиттарын алыуға заявкалары ҡаралды.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ошо йылдың авгусында Хөкүмәт Комиссияһы президиумы проекттың тәүге сиратын тормошҡа ашырыуға 8 миллиард ярым һумлыҡ заявканы хупланы. Кәңәшмәлә Радий Хәбиров вице-премьерға республика башланғысын хуплағаны өсөн рәхмәт белдереп, әле проекттың икенсе сиратын төҙөүгә заявка әҙерләнеүен белдерҙе. Объект 5 миллиард һумға төшә.
Үҙ сиратында Марат Хөснуллин төҙөлөшкә федераль аҡсалар бүленгән инфраструктура объекттарының төбәктәр өсөн ҙур социаль әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне. Ул шулай уҡ республиканың Өфө аръяғын үҫтереүҙә комплекслы ҡараш тыуҙырыу тәжрибәһен юғары баһаланы. Вице-премьер икенсе сиратҡа заявканың хупланыуын белдерҙе.