Яҙғы бойҙай гектарынан уртаса 35 центнер төшөм бирә. Әммә ҡойма ямғырҙар былтырғы хәлде хәтерләтә, сөнки артыҡ дымлылыҡ арҡаһында уңыштың бер өлөшө юғалған. Мишкә районы хужалыҡтары ла яуым-төшөмдән зыян күргән. Аяҙ көндәрҙе файҙаланып урындағы аграрийҙар ашлыҡты яҫмаларға һалып өлгөргән, әммә ерҙәге иген шыта башлаған. Шулай итеп ул он етештереү өсөн яраҡһыҙға әйләнә. Дөйөм алғанда, бөгөнгә Мишкә районында майҙандарҙың 65 проценты йыйып алынған да инде. Теүәл һандарҙы әйтеүе ҡыйын, шулай ҙа ашлыҡҡа ҡытлыҡ булмаясаҡ, тип ышандыра белгестәр.
Бөгөнгә Башҡортостан аграрийҙары иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары майҙандарының 45 процентын йыйып алған, 2 миллион тонна самаһы ашлыҡ һуғылған. Стәрлетамаҡ, Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы һәм Саҡмағош райондары алданғылар иҫәбендә. Бер үк ваҡытта шәкәр сөгөлдөрөн йыйыу бара. Шулай уҡ быйыл көнбағыштың ҙур уңышы фаразлана.