Белоретта ағалы-ҡустылы Владимир һәм Андрей Васильковтарға герой партаһы асылды

Белореттың 8-се мәктәбендә офицерҙар ағалы-ҡустылы Владимир һәм Андрей Васильковтарға герой партаһы асылды. Яугирҙар әле махсус операция биләмәһендә. Герой партаһын асыу сараһы Ватанды һаҡлаусылар йылы һәм Еңеүҙең 80 йыллығы хөрмәтенә ойошторолдо. Ағалы-ҡустылы Васильковтар Белореттың 8-се мәктәбен, Рязань ҡалаһындағы һауа-десант хәрби училищеһын тамамлай. Икеһе лә хәрби антына тоғро ҡалып, алғы һыҙҙыҡта ил именлеген һаҡлай. Тантанала КИркенес диңгеҙ пехотаһы бригадаһының штурм отряды командиры урынбаҫары Андрей Васильковтың сәләм видеоһы күрһәтелде. Сарала яугир яҡташтарыбыҙҙың ата-әсәһе лә ҡатнашты.