Өфө районынан махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы гуманитар ылау оҙатылды

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостан бүлексәһенән «Рух менән көслөләр-102» командаһы төбәктең Рус йәмғиәте һәм хәрби бәрелештәр ветерандары союзы менән берлектә алғы һыҙыҡтағыларға даими ярҙам күрһәтә. Машиналарға дронға ҡаршы япмалар, маскировка халаттары, генератор, кер йыуыу машиналары, һыуытҡыстар, оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлек, йылы кейем, юрғандар тейәлгән. Яғыулыҡ-майлау материалдары ла алынған. Махсус хәрби операция ветераны Рауил Шәнгәрәев ҡустыһы менән бергә яугирҙарға Уаз автомобиле менән ике мотоцикл да ебәрҙе

Гуманитар ылау колоннаһы составында 9 автомобиль. Хәрбиҙәрҙең мөрәжәғәте буйынса алғы һыҙыҡҡа техника, мотоциклдар, медицина препараттары, маскировка селтәрҙәре һәм башҡа кәрәк-яраҡтар алып барабыҙ. Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ.

Василий Рыбаков, «Рух менән көслөләр-102» командаһы етәксеһе