"Башнефть" компанияһы ярҙамы менән Башҡортостанда универсаль объекттары асылды

Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә «Роснефть» компанияһы менән Башҡортостан республикаһы хөкүмәте араһындағы килешеү сиктәрендә «Башнефть» акционерҙар нефть  компанияһы ярҙамында төҙөлгән ике күп функциялы спорт комплексы асылды.

В.В. Горбатко исемендәге 64-се гимназияның 1300 бала уҡыған яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексы 1100 м2 майҙанда урынлашҡан. Күп функциялы спорт объекты үҙ эсенә баскетбол һәм футбол майҙансыҡтарын, һикереү зоналарын һәм махсуслаштырылған тренажерҙарҙы ала. ФОК даими күнекмәләр, ҡала кимәлендәге ярыштар үткәреү, шулай уҡ төрлө мәктәп мәғариф, байрам һәм мәҙәни саралар ойоштороу өсөн хеҙмәт итәсәк.

3000 квдрат метр майҙанлы 82‑се гимназияның күп функциялы спорт комплексы мини-футбол, баскетбол, волейбол менән шөғөлләнеү, тренажерҙарҙа эшләү һәм саф һауала еңел атлетика эстафеталарын үткәреү өсөн тәғәйенләнгән. Бында меңдән ашыу гимназия тәрбиәләнеүселәре шөғөлләнәсәк. Яңы комплекс кәрәкле спорт инвентары менән йыһазландырылған һәм бындай объекттарға хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирә. Уҡыу йорто күп йылдар дауамында Өфөнөң төньяҡ өлөшөнөң спорт әүҙемлеге үҙәге булып тора: уның базаһында өҫтәмә белем биреү программалары тормошҡа ашырыла, өлкәндәр һәм балалар өсөн спорт секциялары эшләй.

Бынан тыш, Өфө ҡалаһында «Башнефть» ярҙамында реконструкцияланған «Нижегородец»стадионы эшләй. Объектты яңыртыу 2020 йылда башлана футбол яланына рәсәй чемпионаттары стандарттарына ярашлы сифатлы газон һалына. Һуңынан, Башҡортостан нефтселәре ярҙамында, 250 урынлыҡ тамашасылар трибуналары, мачта яҡтыртыу таяуҙары ҡуйылды, меңгә яҡын  м2 майҙанлы йүгереү юлдары,  заманса ямғыр канализацияһы һәм видеокүҙәтеү системалары монтажланды. Спортсыларға уңайлы булһын өсөн стадионда кейенергә бүлмәләр һәм душ бүлмәләре урынлаштырылған.

Күмәк балалар һәм үҫмерҙәр спортына ярҙам итеү – «Роснефть» компанияһының һәм уның бүлендек йәмғиәттәренең социаль эшенең мөһим йүнәлештәренең береһе. Компания аҡсаһына булған төбәктәрҙә спорт комплекстары, ареналар, күп функциялы спорт майҙансыҡтары төҙөлә. «Роснефть» ярҙамында Рәсәй төбәктәрендә тиҫтәләгән заманса ҙур спорт ҡоролмалары асылды. Компания физик культураны һәм сәләмәт йәшәү рәүешен үҫтереүгә һәм популярлаштырыуға йүнәлтелгән проекттарға ярҙам итә.

Башҡортостанда Компания ярҙамы менән 2017 йылдан алып республиканың 16 районында 30-ҙан ашыу спорт объекты асылған. Уларҙың иң эреләре: Благовещен ҡалаһында физкультура-һауыҡтырыу комплексы, Октябрьский, Күмертау һәм Туймазы ҡалаларында боҙ һарайҙары, Дүртөйлөлә донъя кимәлендәге скейтпарк һәм Туймазыла «Спартак» стадионы – республиканың көнбайышында иң ҙур спорт объекты. Шулай уҡ республика райондарында һәм ҡалаларында нефть компанияһы ярҙамында 11 күп функциялы спорт-һауыҡтырыу комплексы барлыҡҡа килде.

Белешмә:

«Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы («Роснефть» структураһына инә) – нефть һәм газ сығарыу һәм эшкәртеү буйынса эшмәкәрлек алып барған илдең нефть һәм газ тармағындағы иң боронғо предприятиеларҙың береһе. Компанияның төп активтары Башҡортостан республикаһында урынлашҡан. Нефть һәм газ сығарыу һәм разведкалау, шулай уҡ Ханты-Манси Автономиялы округы югра, Ненец автономиялы округы, Ырымбур өлкәһе һәм Татарстан Республикаһы территорияһында тормошҡа ашырыла.