Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа ошо мәсьәлә ҡаралды. Спикер Константин Толкачев белдереүенсә, халыҡтан мөрәжәғәттәр ҡабул ителә, йәмәғәт урындарында хәүефһеҙлек өсөн борсолоусылар бар. Подъезға инергә ҡурҡалар, ҡайһы берәүҙәр балаларың яңғыҙ йөрөтмәҫкә тырыша. Беҙҙең бурыс - эт хужаларының хоҡуҡтарын һәм граждандарҙың именлеген тәьмин итеүҙә уртаҡ фекергә килеү тине ул. Айырым тоҡомло эттәрҙе хәүеф сығанағы тип закон менән нығытырға тәҡдим ителә. Константин Толкачев әйтеүенсә, әле федераль законда 12 тоҡом, мәҫәлән, питбуль һәм алабай күрһәтелмәгән. Һәм иң мөһиме бөтә эттәр мотлаҡ тамғаланырға һәм уларҙың документтары булырға тейеш, тине парламент рәйесе.