Сибайҙа инвестиция форумы барышында Башҡортостан хөкүмәте ултырышы үтте. Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, бөгөн Сибайға иғтибар ҙур, әммә тағы ла күберәк бүлергә кәрәк. Сөнки, Урал аръяғында Сибай Республика өсөн Өфө һымаҡ әһәмиәткә эйә. - Ул көньяҡ-көнсығыш райондар үҙәге булырға тейеш. Башҡортостан тап ошонан башланды. Бөгөнгө тәҡдимдәрҙең барыһы буйынса айырым программа әҙерләнәсәк. Бер ай ваҡыт бирелде. Был эште шәхсән контролгә алам тине Андрей Назаров.