Өфөлә социаль өлкә белгестәре өсөн уҡыуҙар үтте

Башҡортостан «Социаль үҙгәрештәр буйынса кәңәшселәр институты» программаһында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итә. Ул Халыҡ фронтының «Хәстәрлек төбәге» проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән йыйылған 50-гә яҡын белгес Өфөләге төп социаль объекттар буйлап үтте, республика тәжрибәһе менән танышты. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Республикала ғына түгел, тотош Рәсәйҙә уникаль объект. Былтыр октябрҙә эшләй башлаған «Салют» реабилитация-белем биреү үҙәге һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға һәм уларҙың ата-әсәләренә ярҙам итә. 25 мең квадрат метр майҙан өс корпусты берләштерә. Уларҙа реабилитация үтергә, белем алырға, төрлө түңәрәктәргә йөрөргә мөмкин.

«Салют» үҙәге һәм башҡа социаль ярҙам күрһәтеүсе учреждениелар эшмәкәрлеге менән «Кәңәшселәр институтында» белем алыусылар танышты. Төрлө төбәктән йыйылған ҡатнашыусыларҙы берләштергән программаның сираттағы уҡыу модуле өсөн Өфө һайланған.

Башҡортостан-мөһим социаль башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу буйынса Рәсәйҙең алдынғы төбәктәренең береһе һанала. Улар менән таныштырыу маҡсатында «Кәңәшселәр институтында» ҡатнашыусылар өсөн бай программа төҙөлгән. Атап әйткәндә, «Мәрхәмәт» хәйриә фонды, Металь һаулыҡ үҙәге, Республика клиник психиатрия дауаханаһы ҡунаҡтарҙы ҡаршы алды.

дәүләт хеҙмәте булһынмы, коммерция булмаған ойошмамы, ғөмүмән социаль өлкәлә оҙаҡ йылдар эшләгәндән һуң, артабан нимә эшләргә, ниндәй юлдан үҫешергә тип уйға ҡалаһың. «Кәңәшселәр институты» мейене башҡа төрлө эшләтә башлай-төрлө төбәктәге коллегаларыбыҙҙан тәжрибә туплап, киләсәккә пландар төҙөлә. Был уҡыу-үҫеш өсөн яҡшы багаж тупларға мөмкинлек бирә.

Евгений Горбачев, Төмән өлкәһенең социаль үҫеш департаменты инвалидтарҙы реабилитациялау бүлеге етәксеһе

Социаль учреждениелар менән танышыуҙан тыш, төрлө лекциялар ҙа ҡаралған. Рәсми булмаған мөхиттә диалог форматында осрашыу ҙа ойошторолдо. 50-гә яҡын ҡатнашыусыларҙың һәр береһе үҙ төбәгендә юғары вазифа биләй. Бында улар үҙҙәренең иң яҡшы тәжрибәләре менән уртаҡлашты.

Өфөлә «Кәңәшселәр институтын» тамамлаған бик көслө сығарылыш уҡыусылары берләшмәһе бар. Иң мөһиме-улар төрлө секторҙарҙа эшләй. Шуға күрә бында үткән модулдә сығарылыш уҡыусыларының практикаһына баҫым яһарға булдыҡ. Мәҫәлән, иртәгә үҙ-үҙеңде, проектыңды презентациялау буйынса оҫталыҡ дәресе үтә.

Дарья Федотова, «Социаль үҙгәрештәр буйынса кәңәшселәр институты» программаһы етәксеһе

Өс көнгә иҫәпәнгән уҡыуҙарҙа Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова һәм төбәк башлығы Радий Хәбиров менән осрашыу планлаштырылған. Шулай уҡ Рәсәйҙә тулыһынса хәйриә аҡсаһына төҙөлгән берҙән-бер паллиатив ярҙам күрһәтеүсе учреждение-Өфө хосписы менән танышасаҡтар.

Әлфинә Килдейәрова