Башҡортостан йәш ғалимдары донъя кимәлендәге проекттарҙа үҙ һүҙен әйтә

Евразия ғилми-мәғариф үҙәге ҡарамағында университеттар һәм ғилми ойошмалар базаһында булдырылған 18 йәштәр лабораторияһы эшләй. Исемлектә донъя кимәлендә танылыу алған алдынғы ғалимдар етәкселегендә эшләгән берләшмәләр ҙә бар. Өфө фән һәм технологиялар университетында ойошторолоп, бөгөн уңышлы проекттар тормошҡа ашырған лабораториялар тураһында киләһе яҙма.

Медицина хеҙмәткәрҙәре менән берлектә башҡарылған эш һөҙөмтәһе. Өфө фән һәм технологиялар университетының йәш ғалимдары яһалма интеллект ярҙамында күҙ ауырыуҙарын тикшереү, иҫкәртеү буйынса яңы программа уйлап сығарған. Шулай уҡ ҡулланма биофотоника лабораторияһында онкология сирҙәре менән көрәш алымдары ла өйрәнелә. Күләмле проект медицина һәм биологияла теүәл диагностика системаһын булдыра.

Республика кимәлендә ғилми тикшеренеүҙәр алып барыуға ҙур ярҙам күрһәтелә. Евразия ғилми-мәғариф үҙәге үҫешкә ҙур этәргес. Гранттарҙа ҡатнашыуҙан тыш, күп төрлө күргәҙмә, конференцияларҙа проекттарыбыҙ менән сығыш яһап, уларҙы яҡшыртыу буйынса кәңәштәр, тәҡдимдәр алдыҡ.

Екатерина Лопухова, Ҡулланма биофотоника лабораторияһы ғилми хеҙмәткәре, инженер

Өфө фән һәм технологиялар университеты лабораторияларының донъя кимәлендә танылыу алған алдынғы ғалимдар етәкселегендә эшләүе лә-үҙе бер ҡаҙаныш. Нейрокогнитив геномика йүнәлешен генә алайыҡ, йәш белгестәр коронавирус пандемияһы осоронда кешенең когнитив һәм психоневрологик үҙенсәлектәренә бәйле молекуляр-генетик тикшеренеүҙәр уҙғарған. Уның һөҙөмтәләре буйынса ауырыу үткәргән кешеләр өсөн лаборатория скринингы уҙғарыу өсөн генетик тест-система әҙерләнгән. Әле ул апробация үтә.

Беҙ ике тупланма эшләп сығарҙыҡ. Уларҙың береһенә биоматериал алыу өсөн пробиркалар һалынған. Теләгән һәр кеше был өлгөләрҙе беҙҙең лабораторияға тикшереүгә ебәрә ала. Шулай уҡ беҙ ғилми ойошмалар өсөн дә скрининг-система эшләнек. Экспериментты нисек ойошторорға, алынған һөҙөмтәләрҙе нисек аңлатырға-барлыҡ мәғлүмәт инструкцияла яҙылған.

Рената Еникеева, Нейрокогнитив геномика лабораторияһы ғилми хеҙмәткәре, биология фәндәре кандидаты

Республика өсөнсө йыл рәттән илдең ғилми-технологик үҫеше рейтингында алдынғы ун төбәк исемлегендә. Тармаҡты үҫтереү буйынса дәүләт программаһы ла ҡабул ителгән. Унда фотоника, микроэлектроника, авиация, химия сәнәғәте, биотехнология, медицина һәм IT-индустрия өҫтөнлөклө йүнәлештәр булараҡ индерелгән.

Башҡортостанда ғилми ойошмалар эшмәкәрлеген көсәйтеү һәм ғалимдарҙы, уҡытыусыларҙы, сәнәғәт белгестәрен берләштереү маҡсатында яңы власть органы-Башҡортостандың фән һәм юғары белем буйынса дәүләт комитеты булдырылды.

Башҡортостанда заманса ғилми-мәғариф инфраструктура булдырыла. Вуз-ара кампусты ғына алайыҡ, «Йәштәр һәм балалар» милли проектының «Заманса кампустар селтәре булдырыу» федераль проекты буйынса майҙанда күләмле төҙөлөш эштәре дауам итә. Бер стилобат менән тоташҡан ете башняла студенттарға йәшәү һәм уҡыу өсөн уңайлы мөхит булдырыласаҡ.

Гөлназ Хәйбуллина