Ауылға сифатлы медицина ярҙамы. Ғафури районының Баҡраҡ һәм Юрмаш ауылдарында йәшәүселәр бер көндө яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты ишектәрен асып инде. Баҡраҡ ауылында яңы медицина учреждениеһы асылыу тантанаһы хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.
Баҡраҡ ауылында 115 кеше ғүмер итә: улар бер йәшкә тиклемге сабый, 18 мәктәп уҡыусыһы, 65 өлкән быуын вәкиле. Тиҫтә йылдар дауамында ауылда медицина учреждениеһы булмаған. Модулле заманса фап тиҙ төҙөлә торған деталдәр ярҙамында ҡоролған. Бинала һыу тәминәте эшләнгән,ҡайнар һыу бар, санитария бүлмәләре лә уңайлы.
Быйыл ғына Өфө медицна колледжын тамамлап ҡулына ҡыҙыл диплом алған Эльвина Садиҡова яңы шарттарҙа халыҡҡа беренсел медицина ярҙамы күрһәтәсәк. Быға тиклем Баҡраҡ һәм күрше ауылдарҙа йәшәүселәр Еҙем-Ҡаран ауылына йөрөп һаулығын яҡшыртҡан. Баҡраҡта фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыу менән бында Яҡтыкүл, Таштамаҡ, Ҡыҙыл Яр ауылдарында йәщәүселәр ҙә сифатлы медицина ярҙамы аласаҡ.
Ғафури районында беренсел медицина зеноһын модернизациялау «Сәләмәтлек» милли проекты сиктәрендә башҡарыла. Киләсәктә районда тағы ла 4 фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм Аҡкүл ауылында табип амбулаторияһын асыу күҙаллана.
Гүзәл Борханова