Бөгөн Чилиҙа ЮНЕСКО советы ултырышында белгестәр бер тауыштан хуплау белдергән. Был турала Радий Хәбиров социаль селтәрҙә хәбәр итә.
Бөтә донъя селтәренә ҡушылыу тураһында документтар 2021 йылда ебәрелде. 2022 йылда "Торатау"ға Ирландия һәм Испания белгестәре килде. Уларҙың тәҡдимдәре үтәлде. "Торатау" Башҡортостанда глобаль селтәргә ингән икенсе геопарк. 2020 йылда ошондай статусты "Янғантау" алды.
Радий Хәбиров ғалимдарға, геопарк, профилле ведомстволар хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдерҙе.