Өфөлә суд приставтары «Арт-Квадрат» үҙәгендәге концерт майҙансығын япты

Уның эшен 20 тәүлеккә туҡтатыу тураһындағы ҡарарҙы Ленин районы суды сығарған. Майҙансыҡтағы төнгө концерттарҙың саманан тыш шау-шыу тыуҙырыуына эргә-тирләге йорттарҙа йәшәүселәр зарланған. Тикшереү һөҙөмтәһе күрһәтеүенсә, ысынлап та, тауыш кимәле рөхсәт ителгән нормаларҙан юғарыраҡ була, был кешеләрҙең һаулығына зыян килтереүе ихтимал. Суд санитар ҡағиҙәләрҙе боҙоу статьяһы буйынса майҙансыҡ менән идара иткән «Молл» компанияһының эшмәкәрлеген туҡтатып тора. Приставтар, был майҙансыҡта музыкаль саралар ваҡыты тамамланғансы тыйыла, тип иҫкәртә. Хоҡуҡ боҙоу өсөн административ йәки хатта енәйәт яуаплылығы янай.