Өфөләге Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейының «Ижад» күргәҙмә залында Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Рәсәй рәссамдары союзы ағзаһы Раушания Бәҙретдинованың «Тормош хроникаһы» тип исемләнгән күргәҙмәһе асылды. Рәсем һәм графика техникаларында төшөрөлгән ижади эштәр менән беҙҙең ижади төркөм дә танышты. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Ғаиләләге мөнәсәбәттәр, быуындар бәйләнеше, Ватанға һөйөү - Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Раушания Бәҙретдинова картиналарында мәңгелек төшөнсәләр һалынған. «Тормош хроникаһы» тип исемләнгән ижади эшенең дә күргәҙмә атамаһы тип алыныуы осраҡлы түгел. Тап был картинаһында авторҙың тормош һәм ижад юлы кинотаҫма образы булараҡ сағылыш тапҡан, һәр кадрҙа - ғүмер балҡышы.
Сәнғәт һөйөүселәр авторҙың Ватан һаҡсыларына һәм әсәлеккә арналған ижади эштәре менән таныша алды. «Үҙеңә юл», «Яҡтылыҡ һәм күләгә», «Бәхет вибрацияһы» картиналар сериялары тәҡдим ителде. Күргәҙмәне асыу тантанаһында Раушания Бәҙретдинованың ижадташ дуҫтары, ата-әсәһе, яҡындары ҡатнашты. Һәр кем рәссамдың талантына һоҡланыу һүҙҙәрен еткерҙе.
Мөхәббәт, өмөт, ышаныс, ихласлыҡ, баһалай һәм ҡабул итә белеү - автор ижади эштәрендә кеше хистәрен һәм сифаттарын да күрһәтергә тырышҡан. Шулай уҡ экспозицияла мәктәп һәм студент йылдарында төшөрөлгән автопортреттар, пейзаж, натюрморттар ҙа бар.
Раушания Бәҙретдинова хәйриә проекттарында әүҙем ҡатнаша, һәләтле балаларҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән төрлө фондтар менән хеҙмәттәшлек итә. Ҡәләмдәштәре лә уның ижади эштәре күңелдәрҙе дауалаусы көскә эйә булыуын билдәләй.
Гөлназ Хәйбуллина