Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Баймаҡ районында эш сәфәре менән булды. Төбәк етәксеһе «Мәҙинә « мәсетенә, православ диндарҙар өсөн сиркәү биналарына нигеҙ таш һалыуҙа ҡатнашты. Бынан тыш Радий Хәбиров Салауат Юлаев паркы реконструкцияһы , яугирҙарға ярҙам штабы эшмәкәрлеге менән танышты. 95 йыллыҡ юбилейын билдәләгән Баймаҡ районында хеҙмәт алдынғылары бүләкләнде . Байрам саралары менән берлектә Халыҡ-ара «Башҡорт аты» фестивале үтте. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Баймаҡҡа иман йорто . Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Мәҙинә» мәсетенә тәүге таш һалыу сараһында ҡатнашты. Биш йылдан бында диндарҙар өсөн көтөп алынған объект асыласаҡ тип күҙаллана . Мәсеттә урындағы халыҡтан тыш юлаусылар ҙа намаҙ уҡый аласаҡ.
Баймаҡ районына эш сәфәрендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Һаҡсы Фәрештә» ирекмәндәр штабы эшмәкәрлеге менән танышты. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн ойошторолған штаб ағзалары тырышлығы менән алғы һыҙыҡҡа даими гуманитар ярҙам оҙатыла .
Православ диндарҙары өсөн дә көтеп алынған объект төҙөлөшөнә тәүге таш һалынды . 1947 йылда сафҡа индерелгән Изге Богородица сиркәүе урынында яңы ҡорам төҙөлөшөнә старт бирелде . Баймаҡ ҡалаһында реконструкция үткәрелгән ял паркы ла төбәк етәксеһе иғтибарында булды . «Уңайлы ҡала мөхите» программаһы буйынса тәртипкә килтерелгән биләмәлә тротуарҙар , яҡтыртыу ҡоролмалары яңыртылған , балалар өсөн уйын һәм спорт майҙансыҡтары йыһазландырылған.
Баймаҡ ҡалаһының 95 йыллыҡ юбилейы уңайынан ойошторолған тантаналы ултырышта Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы . Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, уҡытыусылар , ауыл хужалығы эшсәндәре , төҙөүселәр тәбрикләнде .
Төбәк етәксеһе Баймаҡ районында йәшәүселәрҙе байрам менән ҡотлап , биләмәнең социаль-иҡтисади , тарихи , мәҙәни әһәмиәтен билдәләне . Баймаҡ районы илһөйәр улдар тәрбиәләгән , йылдам үҫешкән төбәк .
Эш сәфәре барышында республика етәксеһе Баймаҡ районы Граф күле буйында барған «Башҡорт аты» фестивалендә ҡатнашыусыларҙы сәләмләне .
Дүртенсе тапҡыр үткән “Башҡорт аты” фестивале тоҡомло аттарҙы һаҡлау, йылҡысылыҡты, ҡымыҙ бешеүҙе популярлаштырыуға йүнәлтелгән. Фестиваль милли уйындарҙан шау-гөр килеп торҙо. Ылаҡ, Ауҙарыш, Ирәндек мәргәне бәйгеләрендә төрлө төбәктәрҙән килгән ҡатнашыусылар көс һынашты.
Фестивалдең иң сағыу өлөшө - аттар парады . Төрлө тоҡомло аттар туған ил, атлы яугирҙарҙы данлаған тамашала майҙан тотто.
Башҡортостан хужалыҡтарында 130 мең баш йылҡы иҫәпләнә. Ҡымыҙ етештереү буйынса Башҡортостан илдә беренсе урында. Был йүнәлештә төбәктә 180 ферма эшләй. Йыл һайын өс мең тоннанан ашыу ҡымыҙ бешелә.
«Башҡорт аты» фестивале быйыл ун биш меңдән ашыу кешене берләштерҙе. Күләмле сара Баймаҡ районында туризмды үҫтереү күҙлегенән мөһим сара. Майҙанда милли уйындар, ауыл хужалығы тауарҙары йәрминкәһе, халыҡ кәсептәре өлгөләре күргәҙмәһе ойошторолдо.
Флорида Ким