Георгий Жуковтың шәхси әйберҙәре Рәми Ғарипов исемендәге гимназия-интернаты музейына тапшырылды

Йәнле тарих. Еңеү маршалы Георгий Жуковтың шәхси әйберҙәре Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты музейына тапшырылды. Бындай хоҡуҡ Маршал Жуков исемендәге «Еңеү музейы» федераль конкурста уҡыусылар әҙерләгән ике проекттың беренсе урын алыуына бәйле мөмкин булды. Ҡәҙерле ҡомартҡыларҙы Еңеү маршалының бүләсәре Варвара Ерохина тапшырҙы. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Георгий Жуковтың бүләсәре Варвара Ерохина бала саҡтан уҡ данлыҡлы олатаһы тураһында ата-әсәһе һөйләгән йылы хәтирәләрҙе күңел һандығына һалып үҫкән. Ғаилә архивында иҫтәлекле фотолар, тарихи документтар ҡәҙерләп һаҡлана.»Эшһөйәр, тәртип яратыусы, иғтибарлы һәм оҫта ойоштороусы»... Еңеү маршалын бәләкәй Варя шундай йылылыҡ менән иҫкә ала. Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәренә ул олатаһының тауышы яҙылған пластинка, уны уйнатыу өсөн патефон, һирәк фото һүрәттәрен, быға тиелем бер ерҙә лә күрһәтелмәгән хаттарын, яҙышҡан ҡәләмен тапшырҙы.

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты музейы Рәсәйҙә иң яҡшылар иҫәбендә. «Еңеү музейы» федераль конкурсында уҡыусылар әҙерләгән Бөйөк Ватан һуғышы һәм махсус хәрби операция яугирҙарҙың ҡаһарманлығына бәйле ике проект иң уңышлыһы тип табылған. Конкурста еңеү мәктәп музейына ҡомартҡылар коллекцияһын тулыландырырға ярҙам иткән.

Легендар полководец, Гергий Жуковты «Еңеү маршалы», тип халыҡ атаған. Маршал Георгий Константинович етәкселегендә Бөйөк Ватан һуғышы йыльяҙмаһындағы һынылышлы биш алыш хаҡында илебеҙгә Еңеү алып килгән хәл иткес яуҙарҙың шаһиттары булған һалдаттар ҙа тере тарих һөйләп ҡалдырған. Улар һәр ғаиләлә быуындан-быуынға тапшырыла бара. Бөгөнгө осрашыу ябай һалдаттан алып, бөйөк маршал яҙмышына үрелгән Бөйөк Ватан һуғышы тарихын төплө өйрәнергә булышлыҡ итер, тип күҙаллана.

Еңеү маршалы Гергий Жуковтың шәхси әйберҙәре Башҡортостанда сентябрь аҙағына тиелем буласаҡ. Ҡомартҡылар менән Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернаты музейында танышырға мөмкин.

Гүзәл Борханова