«Социаль үҙгәрештәр буйынса кәңәшселәр институты»ның дүртенсе модулендә ҡатнашыусылар республиканың социаль объекттарында булды, эш алымдары менән уртаҡлашты, фекер алышты.
Социаль үҙгәрештәр буйынса кәңәшселәр ҡорон тап Башҡортостанда ойоштороу нигеҙһеҙ түгел. Төбәк социаль йүнәлештәге эш тәжрибәһе буйынса илдә алдынғы урынды биләй. Ҡунаҡтар эш программаһы сиктәрендә Өфө хосписы эшмәкәрлеге менән дә танышты. Социаль кәңәшселәр әйтеүенсә, уларҙы учреждениелағы шарттар, хеҙмәткәрҙәрҙең пациенттарға ҡарата хәстәрлекле мөнәсәбәте һоҡландырған. Был тәжрибәне илдең башҡа төбәктәренә үҙәләштереү, таратыу мөһим ти улар. социаль кәңәшселәр Башҡортостан башлығы менән дә осрашты, һөйләшеү һорау-яуап форматында ойошторолдо.
Илдең төрлө төбәктәренән килгән белгестәр әйтеүенсә, сара бик әһәмиәтле, сөнки үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнап үҫешеп булмай. Ә Башҡортостандың социаль өлкәләге эш алымдары бар йәһәттән дә өлгө булырлыҡ.