Шишмә районында урынлашҡан «Патриот» паркында физик мөмкинлеге сикләнгән малайҙар өсөн республика слеты үтте. Башҡортостандың төрлө ҡала-райондарынан йыйылған 130 уҡыусы ике көн дауамында хәрби әҙерлек нигеҙҙәрен өйрәнде, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты, алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға хаттар яҙҙы. Слетта ҡатнашыусы малайҙар һәм уларҙың ата-әсәләре Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән дә осрашты. Сарала илһөйәрлек, батырлыҡ өлгөһө булған замандаштарыбыҙ-Рәсәй Геройы Денис Чернавин, илдең иң көслө кешеһе Эльбрус Ниғмәтуллин ҡатнашты. Осрашыуҙан БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Киноларҙа ғына күргән хәрби техника өлгөләре менән танышыу, ысын танктарға менеп ҡарау, автомоттарҙы һүтеп йыйыу, донъя чемпиондары менән физик күнекмәләр яһау. «Геройҙар биләмәһе»н хыялдар тормоҡа аша торған майҙан, Ватанға тоғролоҡ, илһөйәрлек, ҡаһарманлыҡ тәрбиәләү проекты тип әйтергә мөмкин.
Слетҡа республиканың төрлө төбәктәренән 130 уҡыусы һәм уларҙың ата-әсәләре йыйылған. Ике көн дауамында улар төрлө уйындарҙа, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашҡан, авиашоу ҡараған, алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға хаттар яҙған.
«Геройҙар биләмәһе» проекты Башҡортостан башлығы башланғысы менән тормошҡа ашырыла, сара быйыл икенсе тапҡыр ойошторола. Радий Хәбиров физик мөмкинлеге балаларҙың ата-әсәләренә даими хәстәрлеге, һынауҙарға бирешмәгәне өсөн рәхмәт белдерҙе.
«Патриот» йыл һайын меңдәрсә уҡыусыны профилле сменаға йыя. Хәрби-патриотик парк йәш быуынды илһөйәрлек рухы тәрбиләү буйынса һөҙөмтәле эш алып бара. Ул махсус хәрби операция геройы Максим Серафимовтың исемен йөрөтә. Радий Хәбиров балаларға батыр яугир һәм башҡа ҡаһарман яҡташтарыбыҙ тураһында һөйләне. Ир-егеттәр-илдең терәге, һаҡсыһы, был статусты лайыҡлы йөрөтөү мөһим, тине Радий Фәрит улы.
Осрашыу формаль булмаған, йылы шарттарҙа үтте. Ҡунаҡтар слетта ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына ихлас яуап бирҙе. Балалар шәхси проблемаларын да еткерҙе, билдәле шәхестәрҙең донъяға ҡарашы, хәрби хеҙмәте, спорттағы ҡаҙаныштары менән дә ҡыҙыҡһынды. Радий Хәбиров Туймазынан Илназ Дәүләтов менән дә таныштырып үтте. Малай өс йыл элек футбол уйнағанда трансформаторға эләккән тупты алам тип токтан һуғыла. Илназ алты операция үткәрә, ике ҡулһыҙ ҡала. Әммә тормош һынауы уға рухи көс кенә өҫтәй. Үҫмер бөгөн хәрәкәт аппараты зәғифләнгән кешеләр араһында йүгереү буйынса ете тапҡыр Рәсәй чемпионы булып тора.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар әйтеүенсә, был сара ике яҡ өсөн дә файҙалы. Физик мөмкинлеге сикләнгән балалар үҙҙәрен йәмғиәттең айырылғыһыҙ өлөшө итеп тоя, ә өлкәндәр өсөн был балалар көслө, һынмаҫ рух өлгөһө булып тора. Слетта төрлө йәштәге ирекмәндәр эшләгән. Көмөш ирекмәндәр әйтеүенсә, балалар ныҡ ҡәнәғәт.
«Геройҙар биләмәһе» проектының быйылғы этабы тамам. Был ике көн балалар күңелендә мәңге һаҡланасаҡ. Ҡатнашыусылар хатта сара тамамланғас та таралышырға ашыҡманы. Башҡортостан башлығы менән бер сәғәткә иҫәпләнгән осрашыу ҙа ике сәғәткә һуҙылды, ата-әсәләр Радий Хәбировҡа рәхмәтен еткерҙе, ә малайҙар фотоға төшөп ҡалырға тырышты.
Рәмзиә Кәримова