Башҡортостанда юғары тиҙлектә йылғаға ҡолаған водителде һәм уның автомобилен эҙләйҙәр

Был турала дәүләт автоиспектецияһы етәксеһе Владимир Севастьянов хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, авария Өфө-Яңауыл трассаһының Борай районы участкаһында теркәлгән. Ҡалтасынан 37 йәшлек ир 12-се модель «ВАЗ» автомобилендә төҙөлөп ятҡан күперҙең терәгенә бәрелә. Транспорт сараһына шундай уҡ ут ҡаба һәм ул Тере Танып йылғаһына ҡолай. Әлеге ваҡытта хоҡуҡ һаҡсылары водителде һәм уның автомобилен эҙләй.