«Геосаҡырыу» чемпионатында ҡатнашыусыларға ҡыҙыҡлы экскурсия программаһы әҙерләнгән

«Геосаҡырыу» өсөнсө Халыҡ-ара геология чемпионатында ҡатнашыусы йәштәргә сәмле ярыштан тыш ҡыҙыҡлы экскурсия программаһы ла әҙерләнгән. Баш ҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындары менән танышҡан ҡунаҡтарҙың тәьҫораттары хаҡында киләһе яҙмала.

«Геосаҡырыу» халыҡ-ара чемпионатында ҡатнашыусы бер төркөм беренселәрҙән булып Өфөнөң иҫтәлекле урындары буйлап танышыу экскурсияһында булды. Монголия, Саха-Яҡут һәм Төмән өлкәһенән килгән йәштәр баш ҡала буйлап сәйәхәтен «Дуҫлыҡ Монументы»нан башланы. Һәйкәлдең төҙөлөү тарихы менән танышты. Буласаҡ таусылар экскурсоводҡа ҡыҙыҡлы һорауҙар бирҙе, Рәсәйҙең федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекты янында иҫтәлеккә фотоға төштө.

Өфө беҙҙе бик йылы ҡаршы алды. Бында ҡунаҡсыл һәм ихлас кешеләр йәшәй. Экскурсиялар ҙа фәһемле. Ә беҙгә туплаған белемебеҙҙе күрһәтеп, еңеүгә ынтылырға ғына ҡала.

Ильса Рос, Монгол дәүләт университеты студенты

Ә был кибеттә йәштәргә республика бренды булған башҡорт балының сифатын тикшереү алымдары күрһәтелде. Башҡортостанға тәүгә килгән егеттәр һәм ҡыҙҙар төбәктә йәшәүселәрҙең быуаттар төпкөләнән килгән кәсебе-ҡортсолоҡ менән тынышты. Яҡут йәштәре гәрәбә төбөндәге татлы балды тәмләп ҡараны. Төмән ҡалаһынан килеүселәр иһә биштәрҙәренә күстәнәскә бал тултыҙы.

Башҡорт балының даны бөтә доньяға билдәле. Өфөнән күстәнәскә бал алып ҡайтам. Ҡара бойҙайҙыҡы файҙалы, ә йүкәнеке бигерәк тәмле.

Илья Зервандер, Төмән индустриаль университеты студенты

Буласаҡ геологтар Республика милли музейында ла булды. Башҡортостан мәмерйәләренә, геология үҫешенә арналған залдарҙы тамаша ҡытыу һәр кемде онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар менән байытҡан.

Башҡортстан файҙалы ҡаҙылмаларға бай. Республика милли музейында уларға ҡыҙыҡлы экспозиция арналған. Был беҙгә һеҙҙең төбәктең геологияһы һәм минералдары менән яҡындан танышыу мөмкинлеге бирҙе.

Вячеслав Прокопьев, М. К. Амосов исемендәге төньяҡ-көнсығыш федераль университеты студенты

«Геосаҡырыу» өсөнсө Халыҡ-ара чемпионатында ҡатнашыусылар Башҡортостанда ун көн дауамында буласаҡ. Йәш геологтарға Мораҙым тарлауығына һәм Учалч районына мауыҡтырғыс сәйәхәттәр ойоштороу ҙа күҙаллана.

Гүзәл Борханова