Уны республиканың исемле батальондары, «Башҡортостан» полкы һәм мобилизациялған яугирҙар ҡаршы алды. Тыуған яҡтан һалдаттарға юғары үтемле автомобилдәр, мотоциклдар, төҙөлөш материалдары, аҙыҡ-түлек һәм көнкүреш кәрәк-яраҡтары оҙатылды. Йөк автомобилдәре уларҙы яугирҙар хеҙмәт иткән хәрби частәрҙең дислокацияһына тиклем алып барып етте.
Гуманитар ылауҙың күпселек өлөшөн дә тап техника тәшкил итә. Фронтта улар тиҙ эшлектән сыға һәм яугирҙар һәр автомобилде көтөп ала. Салон шәхси посылкалар, көнкүреш кәрәк-яраҡтары менән тултырылған. Бигерәк тә ике тәгәрмәсле техника ҙур һорау менән файҙалана. Һөжүмгә барғанда, тыл тәьминәте өсөн дә улар уңайлы транспорт сараһы. 160 -сы гуманитар ылауҙың ҙур өлөшөн Асҡын халҡы туплаған. Район хәҙер утыҙға яҡын ярҙам конвойы оҙата.