«Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ»: Өфөлә балалар хәйриә футбол турниры үтте

«Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ». Өфөнөң Жилин ауылында ойошторолған футбол буйынса ярыш шулай аталды. Балалар хәйриә турниры Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүгә арналды.

«РгоФУтбол» спорт комплексына 27 команда йыйылды, улар өс йәш категорияһында көс һынашты. Йәш футболсылар еңеүгә ысын ихтыяр һәм команда рухын күрһәтте. Бынан тыш, ҡунаҡтар өсөн ретро автомобилдәр күргәҙмәһе һәм концерт ойошторолдо, бүләктәр уйнатылды, һалдат бутҡаһы бешерелде. Футбол командалары ярҙамы менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙар өсөн аҡса ла йыйылды.