Мәләүез ҡалаһының ошо уҡ исемле йылға яры Архиwood ағас архитектураһы конкурсының «Мөхит дизайны» номинацияһында Рәсәйҙең ағас менән иң яҡшы төҙөкләндереү проекты исеменә дәғүә итә.
Проектты Башҡортостандың ҡалаларҙы үҫтереү институты «Новая земля» һәм «Аффинум» компаниялары менән берлектә эшләгән. Уның нигеҙендә ҡала үҙәгендәге элекке парковка яр буйына төшөү урыны, ял, спорт һәм балалар өсөн зоналары булған уңайлы йәмәғәт биләмәһенә әйләнгән. Яр буйын был яҡтарға хас күренештәрҙе һынландырған ағас элементтар биҙәй. Биләмә ҡала халҡының ял итеү, йәрминкәләр һәм башҡа күләмле саралар уҙғарыу урынына әйләнгән. Биләмә өсөн Архивоод сайтында тауыш бирергә мөмкин. Конкурсҡа йомғаҡ 11 сентябрҙә Мәскәүҙә яһала.