Оҙайлы ямғырҙар республикала ураҡ эштәрен тотҡарлай

Әлегә иген һәм иген ҡуҙаҡлы культуралар 714 мең гектар майҙанда йыйылған, был дөйөм майҙандың яртыһы. Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Стәрлетамаҡ районы күрһәткестәр буйынса алдынғы урында. Уңыш ҡеүәте уртаса гектарынан 40 центнер тәшкил итә. «Дуҫлыҡ» фермер хужалығы ҡарамағында 7 комбайн эшләй. Механизатор Хәлил Ғәбиҙуллин билдәләүенсә, һауа торошо тотороҡһоҙ булыуға ҡарамаҫтан, техника һынатмай.

Стәрлетамаҡ районы агросәнәғәт комплексын үҫтереү буйынса идаралыҡ баш агрономы Виктор Бульц әйтеүенсә, иген культуралары уңышы 250 мең тонна булыр тип көтөлә. Әлегә хужалыҡтар 13 мең гектар майҙанда рапс та йыя, гектар ҡеүәте-22 центнер. Шулай уҡ баҫыуҙа ужым культураларын сәсеү ҙә әүҙем бара.

Технологиялар теүәл үтәлде, минераль ашламалар ваҡытында индерелде. Баҫыу эше өсөн көндөң ыңғай тороуы кәрәк. Былтыр район буйынса потенциаль уңыш 320 мең тоннанан ашыу ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ғәҙҙәттән тыш хәл индерелеүгә бәйле 210 мең тонна ғына йыйылды. Быйыл да эш ҡатмарлы бара, шулай ҙа уңыш күберәк булыр тип көтәбеҙ.

Виктор Бульц, Стәрлетамаҡ районының агросәнәғәт комплексын үҫтереү буйынса идаралығы баш агрономы