Ҡала дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, кисә киске сәғәт 9-ҙар тирәһендә 6-сы модель «ВАЗ» автомобиле водителе йәйәүле ирҙе бәрҙергән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡазаға тарыусы ашығыс медицина ярҙамы машинаһында вафат булған. Әле мәрхүмдең шәхесе асыҡлана. Авария осрағы буйынса административ тикшереү башланған. 19 йәшлек водитель әйтеүенсә, йәйәүле көтмәгәндә юлға йүгереп сыҡҡан.
Тағы ла бер үлемесле авария Мәләүез районында теркәлгән. Мәләүез-Смаҡ-Йомағужа юлының беренсе километрында «Лада Калина» автомобиле 15-се модель «ВАЗ» менән бәрелешкән. Ике транспорт сараһы ла юлдан ситкә төшөп киткән. «Лада Калина» ағасҡа килеп һуғылып, 55 йәшлек водителе һәләк булған. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәрен асыҡлай.