Был туралағы Указға Башҡортостан башлығы ҡул ҡуйған. Документта билдәләнеүенсә, баш ҡаланың элекке мэры һәм Дәүләт Думаһы депутаты төбәктең социаль-иҡтиспади үҫешенә тос өлөш индергән. Уны исеме Өфөнөң 110-сы мәктәбе менән Өфө урамдарының береһенә биреләсәк. Өфө ҡала хакимиәтенә Павел Качкаев исемендәге премия булдырырға тәҡдим ителгән. Өфө тарихы музейына шәхестең тормош юлына һәм эшмәкәрлегенә арналған тематик экспозиция әҙерләргә ҡушылған. Республикала шулай билдәле сәйәсмән тураһында документаль фильм да төшөрөләсәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Павел Качкаевтың ғүмере быйыл 5 майҙа өҙөлдө.