Башҡортостандың спорт өлкәһендәге башланғыстарына йәшел ут

Был турала Рәсәйҙең спорт министры Михаил Дегтярёв Мәскәүҙә Радий Хәбиров менән осрашыуҙа белдерҙе. Эшлекле фекер алышыу барышында федераль министр республика етәксеһен «Физик культура һәм спорт отличнигы» билдәһе менән бүләкләне. Михаил Дегтярёв былтыр Өфөләге «Рәсәй-спорт державаһы» халыҡ-ара форумының юғары кимәлдә ойошторолыуын тағы ла бер тапҡыр билдәләп үтте.

Бөгөн Башҡортостан Рәсәй Президенты Владимир Путин билдәләгән спорт тармағын үҫтереү стандарттарын үтәй һәм илдең спорт лидерҙары иҫәбендә позицияларын һаҡлай. Һуңғы йылдарҙа Спорт министрлығы ярҙамында республика бер нисә ҙур спорт объектын сафҡа индерҙе. Алда тағы ла ҙур проекттар бар, ярҙам итербеҙ, тине Михаил Дегтярёв.

Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса халыҡтың 62 проценты спорт менән даими шөғөлләнә, объекттар менән тәьмин ителеш кимәле 75 проценттан ашып китә. Әле Башҡортотсанда 13 меңдән ашыу спорт ҡоролмаһы эшләй, шул иҫәптән 5 мең 700-ҙән ашыуы һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн асыҡ. Шулай уҡ 66 ГТО үҙәге эшләй.