Борай районында йылғаға ҡолаған автомобиль өсөнсө көн тигәндә табылған

Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары бөгөн һыу төбөнән 12-се модель «ВАЗ» автомобилен сығарған.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 7 сентябрҙә юғары тиҙлектә килгән машина төҙөлөп ятҡан күпергә бәрелә. Авария һөҙөмтәһендә яна башлаған машина һыуға ҡолай. Эҙләү эшенә йылғалағы көслө ағым менән насар күреү мөмкинлеге ҡатмарлыҡ тыуҙыра. Ҡотҡарыусылар автомобилде тик һыу аҫты камераһы ярҙамында 2 метр ярым тәрәнлектә күрә алған. Машинаны һыуҙан сығарғанда салонда водителдең кәүҙәһе лә табылған.