Һуңғы дүрт йылда республиканың ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтары ярты миллиард һумдан ашыу дәүләт ярҙамы саралары менән файҙаланған. Өс йыл элек Стәрлетамаҡ районындағы берләшмә матди-техник базаны нығытыуға грант алып, производство ҡеүәтен арттырған. Бөгөн цехта етештерелгән кулинар изделиелар продукцияһы Башҡортостан район-ҡалалары һәм Силәбе өлкәһе сауҙа нөктәләренә оҙатыла. Бәлештәргә айырыуса ихтыяж юғары. Йүнселдәрҙең эше менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина танышты.
Ҡамыр баҫыуҙан алып мейескә тиклем-производство циклдарға бүлеп башҡарыла. Ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативының цехында тиҫтәләп төр бәлеш бешерелә. Какое, эремсек, емеш-еләк ҡушылғандары ла бар. Урындағы хеҙмәткәрҙәр билдәләүенсә, продукцияға ихтыяж артҡандан-арта.
Стәрлетамаҡ районы Мариинский ауылында ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы өс йыл элек ойошторолғайны. Йүнселдәр берләшеп, ондан эшләнгән кулинар изделиелар производствоһын аса. Башта 35 төр ризыҡ әҙерләнһә, хәҙер ассортимент күпкә байыраҡ. Кооператив хужалыҡтары һөт, он, ит продукцияһы менән тулыһынса үҙҙәрен тәьмин итә. Емеш-еләге лә килтерелә. Цехтың матди-техник базаһын нығытыуға дәүләт ярҙамы ла алынған.
Етештерелгән продукцияны һатыу мәсьәләһе лә хәл ителгән. Ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы сауҙа нөктәләрен асыу, уларҙы этно-стилдә биҙәүгә баҫым яһай. Стәрлетамаҡ районы Мариинский ауылында асылған магазин да милли орнаменттар менән байытылған, стенала икмәк ҡәҙере тураһында стенд та эшләнгән.
Башҡортостанда 450-ән ашыу ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы иҫәпләнә, уларҙың яртыһы дәүләт ярҙамы сараларын файҙаланып, производство ҡеүәттәрен арттырған. Ит, һөт, бал продукцияһын етештереүселәр ҙә-грант һәм субсидиялар алыусылар иҫәбендә.
Кооперациялар тотороҡло үҫеш динамикаһын күрһәтә, уларҙың яртыһы ауыл хужалығы продукцияларын эшкәртеү менән шөғөлләнә. Килем күрһәткестәренең йылдан-йыл артыуы ла-тап берҙәм эш һөҙөмтәһе. Фермерҙар халыҡты аҙыҡ-түлек тауарҙары менән тәьмин итеүгә, шулай уҡ ауыл биләмәләрен, мәшғүллекте лә үҫтереүгә булышлыҡ итә.
Гөлназ Хәйбуллина