Башҡортостан яугирҙары Донбаста ҡаһарманлыҡ күрһәтә

90-сы гвардия танк дивизияһының 228-се полкында хеҙмәт итеүсе яугирҙарыбыҙ Донецк халыҡ республикаһының Покровское йүнәлешендә дошманды дөмөктөрә. Мотоуҡсылар полкында яҡташтарыбыҙ ҙа байтаҡ. Улар үҙҙәрен ҡурҡыу белмәҫ, сая, ҡаһарман яугирҙар булараҡ танытҡан. Башҡортостан хәрбиҙәре менән БЮТ хәбәрселәре лә осрашты. Айнур Кәбиров репортажы.

Улар һәр саҡ алғы сафта. Беҙгә лә сираттағы хәрби заданиеға әҙерләнгән яҡташтарыбыҙ менән аралашыуға бик ҡыҫҡа ғына ваҡыт бирелде. Механик-водитель бронетранспортерын ентекле тикшереп хәүефле юлға әҙерләнә. «Ғәлим» ҡушаматлы яугир штурмға барыусыларҙы алғы һыҙыҡҡа алып сығасаҡ. БТР пехотаның етди ҡалҡаны. Шуға күрә техника сәғәт шикелле эшләргә тейеш. Үҙебеҙҙең егеттәргә ярҙам итеү, илде нацизмдан ҡурсалау теләге менән махсус хәрби операцияла ҡатнашырға килдем дә инде, ти ул.

Хәрби заданиеның уңышлы үтәлеше механик-водитель тәжрибәһенә лә бәйле. «Әхмәт» бронеавтомобилен йөрөтөүсе яҡташыбыҙға ла яугирҙар ихтирам менән «Дед» тип ҡушамат биргән. Етмеш йәшкә етеп килгән уҙаман һәр яугирға атайҙарса хәстәрлек менән мөғәмәлә итә.

Өлкән ағайҙарының өлгөһө йәш яугирҙарҙы ла батырлыҡтарға әйҙәй. «Револьвер» ҡушаматлы яҡташыбыҙ Андреевка ауылын алғанда тәүгеләрҙән булып инеп байраҡ ҡаҙаған. Был ҡаһараманлығын командование юғары баһаланы. Сираттағы хәрби заданиеға юлланыр алдынан ғына уға «Батырлыҡ өсөн» миҙалы тапшырылды.

Йәш булыуына ҡарамаҫтан, яҡташыбыҙ «Рузик» та данлы яу юлы үтеп өлгөргән. 2014 йылдан бирле ул Донбасс ерҙәрен нацизм ҡалдыҡтарынан азат итеүҙә ҡатнаша. Ҡаты яралана, әммә хәрби эшен ҡалдырмай. Үҙебеҙҙекеләрҙе ташлай алмайым, ти ул. Полктағы Башҡортостан егеттәре хәҙер төрлө батальондарҙа хеҙмәт итһәләр ҙә бер тағандай булып дуҫлашҡан.

Өйҙәгеләргә сәләм һәм яугирҙар бронемашиналарға тейәлә. Көр кәйеф һәм күтәренке хәрби рух менән. Сөнки хаҡлыҡ беҙҙә һәм Еңеү ҙә беҙҙең яҡта буласағына ышана улар.

Айнур Кәбиров