Өфөлә йәшәүсе Татьяна Перцева япраҡ-ботаҡтарҙан биҙәүестәр яһай

Йәшеллектең матурлығы-биҙәүестәрҙә. Өфөнән Татьяна Перцева төрлө ағастарҙың япраҡ-ботаҡтарын йыйып, уларҙы гальванопластика технологияһы буйынса эшкәртә, йәғни электр химияһы тәьҫире һөҙөмтәһендә металл, баҡыр күсермәләрен яһай. Йүнсел менән БЮТ ижади төркөмө лә осрашты.

Татьяна Перцева яҙҙан алып көҙгә тиклем йүкә, имән, ҡайын, тал һәм башҡа ағастарҙың япраҡ, ботаҡтарын, ҡабыҡтарын йыя. Тәбиғәт матурлығын мәңгеләштерергә өйрәнгән-гальванопластика технологияһы буйынса биҙәүестәр яһай.

Тәбиғәт-иң яҡшы рәссам. Ә беҙ уның ярҙамсылары, ошо матурлыҡты һаҡларға тейешбеҙ. Бына көҙ ҙә етте, хәҙер япраҡтар ҡойола башлай, унан улар ҡар аҫтында ҡала. Шуға ла мин биҙәүестәр яһап, ваҡытты туҡтатырға, кешеләрҙе ҡыуандырырға тырышам.

Татьяна Перцева

Баҡыр биҙәүестәр эшләү технологияһы еңелдән түгел, шулай ҙа оҫталыҡ ҡанда тигән ҡарашта яҡташыбыҙ. Ҡарт олатай менән ҡарт өләсәһе ювелир булып эшләгән. Балдаҡ, мунсаҡ, алҡалар-хәҙер үҙе яһаған биҙәүестәр халыҡта оло ҡыҙыҡһыныу уята. Бындай матурлыҡ тәбиғәт менән гармония тыуҙыра тигән ҡарашта гүзәл заттар.

Татьяна Перцева төп һөнәре буйынса кинорежиссер, япраҡ-ботаҡтарҙан биҙәүестәр яһау менән йыл ярым ғына шөғөлләнә. Өй шарттарында эшләй, төрлө күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Яңы шөғөлө ижади яҡтан яңынан асылырға булышлыҡ иткән.

Гөлназ Хәйбуллина